Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Өфөнөң «Торатау» Конгресс-Холлында 2019 йылда старт алған хәйриә проектының ике көнлөк форумы башланды. Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сарала гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, төрлө тармаҡ белгестәренән консультациялар ойошторола. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй академияһына йыйылған гүзәл заттарҙы тәүгеләрҙән булып Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Маликов сәләмләне. Башҡортостандың билдәле коллективтары сығыштары байрам кәйефен тағы ла көсәйтте. Проект авторы Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, күләмле сара йәмғиәткә файҙа килтереү, гүзәл заттарҙы берләштереү маҡсаты менән бишенсе йыл уңышлы тормошҡа ашырыла.
Лекциялар, дискуссия майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре һәм күргәҙмә зоналары - 2019 йылдан алып күләмле проект буйынса республика район-ҡалаларында 38 форум уҙғарылған. Уларҙа илле меңгә яҡын гүзәл зат ҡатнашҡан. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһының социаль ролен юғары баһаланы.
Радий Хәбиров форумдың «Геройҙар ваҡыты» түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашыусылар - демобилизацияланғандан һуң социаль координатор булып эш башлаған хәрби хәрәкәттәр ветерандары, хәрбиҙәрҙең әсәләре, ҡатындары менән дә осрашты. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләрен ҡурсалаусы көскә әйләнде.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһында ҡатнашыусыларға «Ҡараусы күҙҙәрендә донъя» картинаһы төшөрөлгән открыткалар ҙа таратылды. Һәр кем алғы һыҙыҡта булған хәрбиҙәргә изге теләктәрен юллай алды. Күләмле ваҡиғанан һуң өс мең хат махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә.
Форумда ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың роле, гүзәл заттарҙың лидерлыҡ сифаттары, оҙон ғүмерлелек серҙәренә арналған лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә булды.
«Сәләмәтлек биләмәһе» иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе. Проект башланғандан алып ун меңгә яҡын кеше медицина тикшереүе үткән. Республиканың иң яҡшы медицина ойошмалары белгестәре бушлай консультациялар уҙғара, бында холестрин, шәкәр кимәлен, ҡан баҫымын белергә мөмкин)
Менталь һаулыҡ, дөрөҫ туҡланыу, сәләмәт ғәҙәттәр һәм нервылар - һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға табип кәңәше алды. Шулай уҡ балаларҙың һаулығына ла айырым иғтибар бүленде.
Асыҡ академияла «Бәхет Өфөлә» тип исемләнгән күргәҙмә лә эшләне. Унда баш ҡаланың ҡыҙыҡлы мини-локациялары булдырылғайны. Шулай уҡ майҙанда кәсепселәр йәрминкәһе ойошторолдо. Радий Хәбиров оҫталар менән осрашып, дәүләт ярҙамы менән әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина