Рәсәйҙәге демографик хәл тағы ла 20 йыл тирәһе үҙгәрмәйәсәк

Иң мөһиме, әсәй бул. Рәсәйҙәге демографик хәл тағы ла 20 йыл тирәһе үҙгәрмәйәсәк - был Росстат мәғлүмәте. Илдә Ғаилә йылы иғлан итеү мөһим ҡиммәттәрҙе пропагандалауҙы, демографияны яҡшыртыу йүнәлешендә эшләү ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатын ҡуя. Сабыйҙарҙың аҙ тыуыуында төрлө сәбәптәр бар, ти тармаҡ хеҙмәткәрҙәре. Шуларҙың береһе - атай-әсәй булыуҙы оҙаҡҡа һуҙыу.

Теле саҡ асылған сабыйҙан уның ғүмере өсөн рәхмәт һүҙҙәре репродуктолог Әлфиә Сугурованың эшенә иң юғары баһа. Дөрөҫөрәге, баһанан ҙурыраҡ ҡиммәт, уны хатта һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Республиканың медик-генетик үҙәгендәге репродуктив технологиялар бүлегенә төрлө сәбәптән бала таба алмаған ғаиләләр килә. Тәжрибәле табиптың эш һөҙөмтәләре уның кабинетындағы стенанан йылмая. Әлфиә Сугурованың тырышлығы менән донъяға килгән балалар биш йөҙҙән аша. Ғаилә парҙарының медицина технологиялары ярҙамында бала табыуының сәбәптәренең береһе- ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив йәше үтеп барғанда ғына әсәй булырға ҡарар итеүе.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йомортҡа күҙәнәктәре сифаты 27 йәштә үк үҙгәрә башлай. 35 йәшкә тиклем уларҙың сифаты була. артабан инде тәбиғи- процесс, уларҙың сифатына бер нисек тә тәьҫир итеү булмай. Тап шуға ла беҙ ҡатын-ҡыҙҙарға әсәй булыуҙы һуҙмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

Әлфиә Сугурова, Республика медик-генетика үҙәгенең репродуктив технологиялар бүлеге мөдире, юғары категориялы репродуктолог

Ғаиләлә бала булмауҙың тағы бер сәбәбе- ир-егеттәрҙең енес күҙәнәктәренең сифатында. Элек проблемала ғәйеп күпселек ҡатында етмеш- ирҙә утыҙ процент булһа, хәҙер иллегә илле, ти белгестәр.

Икси ысулы башлыса сәбәп ир яғынан булғанда ҡулланыла. Эмбриолог микроскоп аша ҡарап иң яҡшы күҙәнәкте һайлап алып ҡатын -ҡыҙҙыҡы менән ҡуша. Артабан эмбрион кешенең тән температураһына тап килгән шарттарҙа биш көн һаҡлана.

Экстракорпораль аталандырыу һәм ИКСИ ысулы ла бала тыуҙырыуға 100 процент гарантия бирмәй тип билдәләй , репродуктологтар. Был кимәлде улар яҡынса 33 процент тип иҫәпләй. Республика медик-генетика үҙәгендә эшләүсе Әлфиә Сугурова тәжрибәһендә ЭКО менән бала табыусы иң йәш ҡатынға 21, иң олоһона 46 йәш.

Ҡайһы бер күп балалы ғаиләләрҙә һәр сабыйҙың эко ярҙамында тыуыу осраҡтары ла бар.

Мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл арта ғына. Карьера, торлаҡлы булыуҙы алғы планға ҡуйып, йәш олоғая башлағанда ғына атай-әсәй булырға ҡарар итеү, йә ғаиләләрҙең тарҡалыуы демографияға тәьҫир итә.Тағы ла бер сәбәп- репродуктив йәштәгеләрҙең аҙлығы. Был мәсьәләне тикшереүсе ғалимдар әйтеүенсә, Ростат биргән мәғлүәмәттәр буйынса 2046 йылға тиклем демографияла артыҡ үҙгәрештәр күҙәтеләмәйәсәк.

Тотош илдәге һымаҡ, һуңғы 30 йылда балалар быуыны атай-әсәйҙәр быуынына алмаш була алмай. Демография күрһәткесе түбән. Уға тәьҫир итеүсе факторҙар - репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙлығы, йәштәрҙең утыҙ йәш тирәһендә генә өйләнешеүе һәм башҡалар.

Яна Скрябина, «Ғаилә» Республика ресурс үҙәгенең демографик процестар һәм ғаилә, никах мөнәсәбәттәре бүлеге етәксеһе

Демографияға булышлыҡ итеү йүнәлешендә дәүләт тарафынан байтаҡ программалар эшләй. Уларҙың береһе- әсәлек капиталы. Уның суммаһы тәүге балаға әле 630 мең һум. Шулай уҡ - аҡсалата пособие. Быйыл республикала пособие күләме район коэффициентын иҫәпкә алып 28,3 мең һум тәшкил итә. Бындай пособиены эшләмәгән ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар йәки опекундар ҙа ала.

Ғаилә институтын нығытыу йүнәлешендә мәктәп йәшендәгеләргә иң мөһим ҡиммәттәр тураһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк, ти белгестәр. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығының быйылдан башлап репродуктив йәштәге граждандарҙың сәләмәтлеген тикшереүсе диспансерҙа тикшереү үткәрергә ҡарары бар. Репродуктив диспансеризация 18 йәштән 49 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә тәғәйенләнгән.

Рәмилә Исмәғилева