Салауат районы Мөрсәлим ауылына ингән урында ауырлыҡ-габарит контроле посы булдырылды

Рәсәй транспорт күҙәтеүенең Волга буйы федераль округы буйынса һәм республиканың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге белгестәре был участкала 29 апрелдән эшләй. Халыҡ урындағы карьерҙан ҡырсынташ алып сыҡҡан ҙур йөк машиналары арҡаһында юлдың емерелеүенә зарланған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыны асыҡларға һәм хәлде төҙәтергә ҡушты. Артыҡ йөк тейәгән фураларҙы хатта юл йөрөүҙе тыйған билдә лә туҡтатмаған. Көнөнә ауыр йөк тейәгән йөҙәрләгән самосвал уҙған. Әммә Мөрсәлим контроль посы ауырлыҡ параметрҙарын боҙоусыларға кәртә ҡуйған.

Ҡағиҙә боҙоусыларға акт төҙөйбөҙ. Унда килтерелгән зыян күләме күрһәтелә. Артабан акт Рәсәй транспорт күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Улар административ холоҡ боҙоуға ҡарата ҡарар сығара. Кисә өс йөк ташыусы транспорт сараһына акт төҙөнөк.

Нияз Абдрахманов, Башҡортостан юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең күсмә ауырлыҡ контроле посы баш белгесе

Өс күсәрле автомобилдәрҙең дөйөм массаһы 25, 4 күсәрлеләрҙең ауырлығы 32 тоннанан артмаҫҡа тейеш.

Айрат Таһиров, Рәсәй транспорт күҙәтеүенең волга буйы федераль округы буйынса өлкән дәүләт инспекторы

Емерелгән юл мәсьәләһе республика башлығының айырым контролендә. Юлды тергеҙеү буйынса күрһәтмә бирелгән. Иң ҡатмарлы участка ҡырсынташ-гравий ҡатламы менән ҡапланған -был өс саҡрым самаһы юл. Дөйөм алғанда 15 км юлға асфальт түшәү планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта проблемалы юл участкаһында ремонт бара. Артабан капиталь төҙөкләндереү планлаштырабыҙ. Финанс сығымдар 3 саҡрым юл ремонтлауға бүленгән. Ҡалған юлды ремонтлауға ла финанс ярҙам йүнәлтелә.

Линар Ғимаев, Салауат районы хакимиәтенең баш архитекторы