Яҡтыкүлдең киләсәген хәстәрләп. Әбйәлил районы Ташбулат ауылы халҡы һәм мәктәп уҡыусылары данлыҡлы күл буйында экологик акция ойошторҙо.
Башҡортостандың иң тәрән һәм таҙа күлдәренең береһе ер аҫты шишмәләре, инештәр иҫәбенә тулылана. Әммә һуңғы йылдарҙа күлдең һайығыуы, бысраныуы күҙәтелә. Был Яҡтыкүл тирәләй төрлө объекттарҙың, тораҡ йорттарҙың артыуы, ял итеүселәрҙең тәбиғәткә ғәмһеҙ мөнәсәбәте, сүп-сар ҡалдырыуы, ағаслыҡтарҙың кәмеүе менән дә бәйле. Проблема экологтарҙы ла, ерле халыҡты ла борсой. Күлде һаҡлау маҡсатында ташбулаттар ғалимдар менән кәңәшләшкән. Белгестәр асыҡлауынса, күл буйы элек таллыҡ булған. Һәм тап ул Яҡтыкүлдең һыу запасын һаҡлаған. Шуға күрә лә Ташбулат уҡыусылары быйыл яҙ меңдән ашыу тал үҫентеһе ултыртҡан.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сараны даими ойоштороу мотлаҡ, сөнки бер нисә йылдан һуң булыуы ихтимал. Экологик акция менән Магнитогорск меценаттары ла ҡыҙыҡһынған, улар киләсәктә проектҡа матди ярҙам күрһәтергә теләүҙәрен белдергән.