Өфө фән һәм технологиялар университетына Ибн Фаҙландың 922-се йылда башҡорттар тураһында яҙған ҡулъяҙмаһының тулы физик күсермәһе тапшырылды. Әлегә тиклем ғәрәп илсеһенең эштәре заманса форматта нәшер ителмәгән булған. Шуға ла яңылыҡ Рәсәй көнсығыш ғилеме өсөн мөһим ҡала. Тантана бөгөн «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфый мәҙәниәте» коллектив монографияһының исем туйында үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфый мәҙәниәте» коллектив монографияһы 22 ғалим ҡатнашлығында нәшер ителгән. Баҫмаға 17 мәҡәлә һыйҙырылған. Уларҙың һәр береһе донъяуи кимәлдә әһәмиәтле темаларға арналған. Шуға ла проект көнсығыш ғилемен өйрәнеүселәргә үтә лә әһәмиәтле.
Коллектив монографияның исем туйында белгестәр ғәрәп илсеһе Ибн Фаҙландың ҡулъяҙмаларына айырым туҡталды. Йөҙҙәрсә йыл һаҡланған материалды бынан ары Башҡортостан ғалимдары үҙҙәре үк өйрәнә ала. Бөгөн Ибн Син фонды ярҙамында башҡорттар тураһында яҙылған тәүге сығанаҡтың физик күсермәһе Өфө фән һәм технология университетына тантаналы шарттарҙа тапшырылды.
Мең йыл элек яҙылған һүҙҙәр хәҙерге заман технологиялары ярҙамында ҡабатлана. Күсермә тулыһынса төп нөсхәгә тап килә, хатта буяуҙың составы ла шул килеш һаҡланған. Белгестәр билдәләүенсә, Ибн Фаҙландың 10-сы быуатҡа ҡараған ҡулъяҙмалары бөгөн дә төплө өйрәнеү талап итә.
Әйткәндәй, Өфө университеты менән Ибн Син, йәғни Ислам мәҙәниәтен тикшереүҙәр фонды араһындағы хеҙмәттәшлеккә былтыр нигеҙ һалына. Сара Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бөгөн йәмәғәтселеккә сығарылған коллектив монография эштең башы ғына тип билдәләнде. Киләсәктә башҡорт дин әһеле Зәйнулла ишандың хеҙмәттәрен тағы ла төплө өйрәнеү, исемен мәңгеләштереү маҡсаты ҡуйыла.
Азат Ғәлиуллин