Баймаҡта «Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә дөрләп яна дуҫлыҡ уттары» тип исемләнгән осрашыу уҙҙы

Баймаҡ - Илеш дуҫлығына 60 йыл. Ошо уңайҙан биләмә-ара үҙәк китапханала «Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә дөрләп яна дуҫлыҡ уттары» тип исемләнгән осрашыу уҙҙы. Унда Илеш районы китапханасылары, «Илһам» әҙәби-музыкаль клубы ағзалары ла ҡатнашты.

Илеш ‐ Баймаҡ дуҫлығы. Республика райондары һәм ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек һәм ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө булған был бәйләнеш 1964 йылда булдырыла. Ике район вәкилдәре бер‐береһе менән социалистик ярышҡа сыға. 60 йыл ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып дауам иткән оло дуҫлыҡ күптән инде райондарҙы берләштергән күпергә әйләнгән.

Илеш районынан килгән делегацияны баймаҡтар иҫтәлекле урындар менән таныштырҙы, музейҙарға экскурсия ойошторҙо. Ҡунаҡтар Баймаҡ ижадсылары менән осрашты. Кисәлә Абдулхаҡ Игебаев яҙған «Баймаҡ ‐Илеш дуҫлығы» шиғырына һәүәҫкәр композитор Борис Хәйретдинов ижад иткән йыр осрашыуға мәҙхиә булып яңғыраны.

Осрашыу Илеш ‐Баймаҡ райондары араһында дуҫлыҡ күперен нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Йырлы‐моңло әҙәби музыкаль кисәлә ике районды бәйләгән дуҫлыҡ ептәренең тарихы ла барланды. Сара киләсәктә тағы ла яңы авторҙар менән танышырға , рухи дуҫлыҡты дауам итергә тигән теләк менән тамамланды.

Раушания Рәхимова