Башҡортостанда туристар өсөн ҡағиҙәләр раҫланды

Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, туризм өсөн тәғәйенләнгән урындар һәм маршруттарҙа һауа шарттары, ландшафт һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алыныуы мөһим шарт. Транспорт экологияға зыян килтермәҫкә тейеш. Видео һәм фотоға төшөрөү хайуандарға ҡамасауламауы мотлаҡ. Квадракоптер, яҡтыртыусы экрандар дәүләт ведомстволары һәм фәнни  ойошмалары рөхсәте менән ҡулланыла. Документ 1 сентябрҙән көсөнә инә, 2030 йылға тиклем ғәмәлдә була.