Көндәр йылытыу менән хәүеф арта. 27 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйыла. Урманда янғын сыҡҡанда 112 һандарына шылтыратып хәбәр итергә кәрәк.