Өфөлә «Мотоцикл» операцияһы дауам итә

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мотоцикл, скутер һәм мопед менән идара итеүселәрҙе тикшерә. Профилактик сараның маҡсаты - юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәҙәниәтен күтәреү, мототранспорт ҡатнашлығындағы аварияларҙы иҫкәртеү, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау. Уҙған тәүлектә генә 100-ҙән ашыу водитель туҡтатылған, уларҙың 14-нә административ протокол төҙөлгән, ике мотоцикл махсус туҡталҡаға оҙатылған. Былтыр Өфөлә мототранспорт ҡатнашлығында 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 50 кеше йәрәхәтләнгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән.