Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында төрлө йәштәге һөнәр эйәләре, төрлө мауығыуҙары булған шәхестәр менән таныштыра. Был юлы төбәк етәксеһе Айҙар Сәлиҡаев тураһында яҙҙы.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеүенә ҡарамаҫтан егет ағастан һырлап әйберҙәр яһай. Табын коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүсеһе менән Радий Хәбиров республиканың VII Граждандар форумы күргәҙмәһендә танышҡан. Айҙар үҙенең маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, хеҙмәткә мөнәсәбәте менән хайран ҡалдырҙы. Ул артабанғы тормошон ағас эше менән бәйләргә теләй. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күргән йылда ошондай мөһим һәм кәрәкле идеяларға грант ярҙамы күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.