Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» форумы тамамланды

Хәйриә проекты 2019 йылдан ойошторолоп килә һәм гүзәл заттарҙы берләштереүсе төп майҙансыҡ булып тора. Биш йыл дауамында проект 38 ҡаланы һәм районды урап сыҡҡан.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектында гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, төрлө актуаль темаларға лекциялар, консультациялар, медицина тикшеренеүҙәре ойошторола. Был юлы «Сәләмәтлек биләмәһе» н иң ҙур майҙансыҡ тип атарға мөмкин.

Республиканың иң яҡшы медицина ойошмалары белгестәре бушлай консультациялар уҙғара, бында холестрин, шәкәр кимәлен, ҡан баҫымын белергә мөмкин. Форумдың икенсе көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн репродуктив мәсььәләргә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Табиптар әсә булырға әҙерләнеү, йөклө ваҡыттағы төп талаптар, сабыйҙың сәләмтәлегенә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе. Ошонда уҡ Өфөнөң 3-се балалар сотоматолгия поликлиникаһы ата-әсәләргә һәм балаларға консультация ойошторҙо. Медицина учреждениеһы вәкилдәре әйтеүенсә, һаулыҡ менән бәйле һорауҙар һәр ваҡыт көнүҙәк. Мөрәжәғәт итеүселәр күп.

Форумда «Леди 007» бизнес-акселераторы ла эшләне. Бында ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлыҡ серҙәре, үҙ продукцияңды танытыу нескәлектәре менән таныша. Эксперттар билдәләүенсә, бөгөн бизнес менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар күп, әммә уларҙы ихтыяж менән ҡулланылған тауарҙар, сауҙа әйләнешен арттырыу мөмкинлектәре, дәүләт ярҙам программалары менән таныштырыу мотлаҡ.

Фойела республиканың төрлө төбәктәренән килгән оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәрен дә ҡуйған. Мәҫәлән, Бишбүләк районынан Колпаковтар ғаиләһе 10 йыл элек күндән төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә башлаған. Әле уларҙың продукцияһы республикала ғына түгел, унан ситтә лә ҙур һорау менән файҙалана. Эшҡыуарҙар цехтарҙы киңәйтеү хаҡында хыяллана. Был проект тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу мөмкинлеге бирә, ти Алина Колпакова.