Өфөнөң «Берҙәм Рәсәй» йәмәғәт ярҙамы штабында Башҡортостанда Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте үҫтереү юлдары тикшерелде. Активистар Дәүләт Думаһы депутаты Наталия Полуянова менән осрашты.
Әңгәмә барышында «Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте» сиктәрендә үткәрелгән иң яҡшы презентация, тәжрибә уртаҡлашыу, проектты киңәйтеү тәҡдимдәре ҡаралды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Берҙәм Рәсәй» ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тотош илдән меңдәрсә гүзәл затты берләштерә. Ул төрлө өлкәләрҙә ҡатын-ҡыҙ инициативаларын үҫтереү майҙаны булып тора.