Башҡортостандың ижади коллективтары илебеҙ башҡалаһында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй туй фестивалендә ҡатнашты. Сараға килеүселәр туй тантанаһында ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар сығышын ҡараны, йыуаса менән һыйланды, туйҙа ҡунаҡ күрһәтеү йолаһы менән танышты. Тамашала традицион башҡорт йырҙары, бейеүҙәре башҡарылды, яңы өйләнешкәндәргә бәхет һәм изге теләктәр әйтелде..
Башҡорт халҡының туй йолаһы элементтары менән «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Өфөнән «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле, Мәскәүҙән «Сәсән» ижади берекмәһе таныштырҙы. Бөтә Рәсәй туй фестивале иң күмәк туй тантанаһы менән ҡыҙыҡлы: бер үк ваҡытта бер-береһенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу пар «эйе!» тигән һүҙҙе ҡабатланы.