Баш ҡала лимонарийында «Еңеү майы» экологик-патриотик акция үтте

Уның сикәтрендә «Башнефть-Полюс» коллективы яңы ағастар ултыртты, биләмәне сүп-сарҙан таҙартты. Экологик саранан баларҙа ситтә ҡалманы, күптәр өмәлә ғаиләләре менән ҡатнашты. Башлыса офиста ултырып эшләгән хеҙмәткәрҙәр саф һауала эшләүҙе танһыҡ күрә. Төркөмдөргә бүленгәндән һуң улар манжур сәтләүеге үҫентеләрен ултыртты, ҡоймаларҙы буяны, утын ярҙы, иҫке ағастарҙы бысты.

Ғөмүмән, тәбиғәтте яратам. Ер менән эшләү тынысландыра, көс бирә. Коллегалар менән офистан тыш осрашыу,бергә нимә булһа ла башҡарыу һәр кемгә ыңғай йоғонто яһай, тип иҫәпләйем.

Илмир Шакиров, «Башнефть-Полюс» ойошмаһының нефть һәм газ сығарыу идаралығы етәксеһе

Экологик сара өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Быға тиклем лимондың Башҡортостанда теркәлгән «Салауат» төрөн ялғағандар, шулай уҡ ылыҫлы ағас үҫентеләре һәм декоротив ҡыуаҡтар ултыртылған. Улар ерһенеп үҫеп китте, ти лимонарий хеҙмәткәрҙәре. Акция патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән дә әһәмиәтле, ти ойошторусылар. Сара барышында Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларын, тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алдылар. Өфө лимонарийында эшләүселәр ветерандарҙың фотоһүрәттәренән аллея яһаған.