«Бишек» ойошмаһы «Тамыр» телеканалы менән берлектә йәш «шайморатовсылар» өсөн уйындың икенсе этабын үткәрҙе.
Маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы «шайморатовсылар» ошо көндәрҙәбаш ҡаланың тарихи үҙәге буйлапярышты.Совет майҙанында башланып киткән уйындареспубликаның төрлө райондарын һәм ҡалаларынан 80 йәш «шайморатовсы»ҡатнашты. «Йыйылабыҙ!»тип аталған этапта ҡыҙҙар-егеттәр мәҙәниәт, әҙәбиәт, тарих менән бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, йыр бәйгеһендә лә үҙҙәрен һынап ҡараны.
«Ат уйнатып» проекты Башҡортостан б ашлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Квест финалистары Милли музейҙа иғлан ителде. Хәл иткес өсөнсө турҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Туймазы ҡалалары һәм Күгәрсен районының шайморатовсылар кластары көс һынашасаҡ.