Сифатһыҙ ремонтланған юл участкаларын махсус контролгә алырға һәм подрядсыларҙы уларҙы тәртипкә килтерергә мәжбүр итергә. Был аҙнала республика башлығы транспорт министрлығына ошондай бурыс йөкмәтте. «Проблемалы юлдар»ҙы ремонтлау барышын һәм сифатын тикшереү барышында Радий Хәбиров мәсьәлә хәл ителәһе объекттарға иғтибар итте. Уларҙың береһе Сибай-Аҡъяр юлы. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Баймаҡ районы Урғаҙы ауылынан Зәйнетдин Исхаҡов Сибай - Аҡъяр юлын йыш тапай. Быға юлдың соҡорло булыуы ла ҡамаусауламай. Сөнки, башҡаһы булмағас. Йәмәғәт транспортына ла, ауыр йөк тейәгән машиналарға ла юлһыҙ юл аша үтергә тура килә. 10 саҡрым ара күптәр өсөн сират күперен хәтерләтә. Автоһәүәҫкәр тәгәрмәстәрен тишеп, тимер аттарын эшлектән сығарған осраҡтар юҡ түгел.
Сибай - Аҡъяр трассаһындағы проблемалы хәл Республика башлығының аҙналыҡ кәңәшмәһен дә урап үтмәне. Радий Хәбиров эштең насар ойошторолоуон билдәләне. Ошоға бәйле, контроль идаралығы һәм транспорт министрлығына хәлде асыҡларға ҡушты. Шул иҫәптән, республикалағы башҡа проблемалы участкалар иҫәпкә алынасағы билдәләнде.
Өфө - Бөрө - Яңауыл - Иҫке Йәш юлының бер участкаһы. Был кадрҙар былтыр, ремонт башланыр алдынан төшөрөлгөн. Юл тотош балсыҡ массивынан тора, дөйөм оҙонлоғо 19 саҡрым. Ул Ҡалтасы районының биш ауылын тоташтыра. Ерле халыҡты район үҙәге менән бәйләгән берҙән-бер транспорт юлы. 2023 йылда Өфө - Бөрө - Яңауыл төбәк трассаһы менән киҫешкән урындан Иҫке Йәш ауылына тиклем урындағы юлды тәртипкә килтерә башлағандар. Шул уҡ Ҡалтасы районында элек асыҡланған иҫкәрмәләрҙе төҙәтеүгә лә тотонолған. Иҫке Йәш ауылына алып барған юлда подрядсылар тәгәрмәс эҙҙәре ҡалдырған колеяларҙы бөтөрә.
Ә Салауат районы Мөрсәлим ауылына ингән урында ауырлыҡ-габарит контроле посы булдырылды. Халыҡ урындағы карьерҙан ҡырсынташ алып сыҡҡан ҙур йөк машиналары арҡаһында юлдың емерелеүенә зарланған. Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыны асыҡларға һәм хәлде төҙәтергә ҡушты. Артыҡ йөк тейәгән фураларҙы хатта юл йөрөүҙе тыйған билдә лә туҡтатмаған. Көнөнә ауыр йөк тейәгән йөҙәрләгән самосвал уҙған. Әммә Мөрсәлим контроль посы ауырлыҡ параметрҙарын боҙоусыларға кәртә ҡуйған.
Емерелгән юл мәсьәләһе республика башлығының айырым контролендә. Юлды тергеҙеү буйынса күрһәтмә бирелгән. Иң ҡатмарлы участка ҡырсынташ-гравий ҡатламы менән ҡапланған - был өс саҡрым самаһы юл. Дөйөм алғанда 15 саҡрым юлға асфальт түшәү планлаштырыла.
Радий Хәбиров республика юл участкаларында төҙөкләндереү барышын район етәкселәренә лә иғтибарлы саҡырҙы. Юлдарҙағы юлһыҙлыҡ мәсьәләһе киләһе аҙнала ла күтәреләсәк. Миҫалға килтерелгән юл участкаларынан тыш, Радий Хәбиров ҡатнашлығында транспорт сәғәтендә айырым ҡаралыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин