Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында

Архитекторҙар билдәләүенсә, проекттың төп идеяһы буйынса яңы комплекс Турахан кәшәнәһен ҡапларға тейеш түгел, шуға ла ул урындағы тәбиғәткә яраҡлаштырып эшләнгән, сиктәре юҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы музей проектын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2022 йылдың июлендә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында тәҡдим иткәйне. Төҙөлөш этаптары һәм тәүге объект - визит үҙәктә туристар өсөн булдырыласаҡ шарттар менән Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин таныштырҙы. БЮТ хәбәрсһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе