Сығарылыш уҡыусылары өсөн дөйөм ҡала байрамы 24 майҙа “Торатау” конгресс-холы майҙансығында була. Ул “Мәктәп йылдары” вальсын башҡарыуҙан башлана. Артабан Рим Хәсәнов көйөнә ижад ителгән “Өфө йүкәләре” вальсы сығарылыш уҡыусыларын берләштерә. Шулай уҡ концерт программаһында: уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана, тип белдерәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.