Башҡортостанда 2 мең 600-ҙән ашыу кеше талпан ҡаҙалғандан һуң табиптарға мөрәжәғәт иткән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, уларҙың һәр өсөнсөһө - балалар. Тәбиғәткә сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Кейемде талпанға ҡаршы препараттар менән эшкәртергә мөмкин.