Баш ҡалала юл төҙөлөшө миҙгеле башланды. Бөгөндән йәй аҙағына тиклем Зорге урамының бер өлөшө ябыла. Шулай уҡ бөгөн Благовар һәм Шәфиев урамдарында эштәр башлана. Маршруттарҙы билдәләгәндә иғтибарлы булырға кәңәш ителә.