Думала ошо турала документ ҡарала, тип хәбәр итте Федерация советы рәйесе урынбаҫары Андрей Турчак. Ғәмәлдәге законға ярашлы, әле бындай ғаиләләргә балаға 8 йәш тулғансы страховка пенсияһы һәм ҡараусыһыҙ ҡалыу буйынса пенсия түләнә. Төҙәтмәләр ҡабул ителһә бындай түләүҙәр балаға 23 йәшкә тиклем буласаҡ. Закон һәләк булғандарҙың ҡатындарына ҡағыла. Түләүҙе билдәләгәндә уларҙың йәше, эш урыны, килеме иҫәпкә алынмай.