Республикала айыуҙарҙың кеше йәшәгән урынға яҡынлашыуы йыш теркәлә

Сит ил кешеләре, Рәсәйҙә ҡала урамдары буйлап айыу йөрөй тигән фекерҙе ғәҙәти күренеш тип иҫәпләй. Хатта, был мифты беҙгә уҡырға килгән студенттар ҙа ҡабатлай.

Ысынбарлыҡта улай уҡ түгел, шулай ҙа һуңғы йылдарҙа республикала тайыштабандарҙың кеше йәшәгән урынға яҡынлашыуы йыш теркәлә. Ошондай күренештәрҙең береһе ял көндәрендә Белорет районы Уҫманғәле ауылында булған. Өфө-Белорет юлы аша сығып барыусы яңғыҙ айыуҙы шаһиттарҙың береһе кеҫә телефонына төшөргән. Урман хужаһы кешеләргә иғтибар итмәйенсә Инйәр яғына ыңғайлай.

Ә был видеояҙма Учалы районы Көсөк ауылында төшөрөлгән. Урманға йүгерергә сыҡҡан Илсур исемле егеткә өс айыу һөжүм иткән. Спортсы хайуандарҙы ныҡ итеп ҡысҡырып ҡурҡыта алған. Үҙен ҡулға алып ул ваҡиғаны кеҫә телефонына төшөрөп өлгөрә. Ваҡиға шаһиты әйтеүенсә, инә айыу ике балаһы менән яҡынлашҡас ҡысҡырған тауыштан ҡурҡып бер нисә метр метр ҡалғас туҡтап ҡала. Был минутта Илсур доға уҡып, әсәһе тураһында уйлай. Бәхеткә, егет зыян күрмәй.