Шулай уҡ ултырышта Бөрйән районы башҡарма комитеты башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, киләсәккә бурыстар билдәләне.
Ҡоролтай ултырышында ҡатнашыусыларҙы район мәҙәниәт йортонда йыр-моң, бай йөкмәткеле күргәҙмә менән ҡаршы алдылар. Бында Бөрйән районы оҫталарының ағастан, күндән эшләнгән әйберҙәре ҡуйылған. Байназар ауылының «Йәйғор» коллективы иһә сергетыш, ҡорама кеүек боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү, йәш быуынға еткереү менән шөғөлләнә.
Ултырышта балаларҙа телһөйәрлек, илһөйәрлек тәрбиәләү, милли-мәҙни ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау тураһында һүҙ барҙы. Был йәһәттән Бөрйән башҡортттары ҡоролтайы әүҙем эш алып бара. Райондың ҡоролтай ағзалары тыуған төйәгенең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янған алдынғы ҡарашлы кешеләр. Ойошма эшендә ир-егеттәр ҙә актив ҡатнаша. Ултырышта көнүҙәк мәсьәлләр тикшерелде, Өфөлә ноябрҙә уҙасаҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоротайына делегаттар һайланды. Абруйлы форумда Бөрйәндән 6 вәкил ҡатнаша.