Өфөлә йәкшәмбе уҙған Бөтә Рәсәй марафонына 3150 йүгереүсе сыҡты. Камчатканан Калининградҡа тиклем ойошторолған сарала республика 7-се тапҡыр ҡатнашты. «Забег» йола буйынса Рәсәй ҡалаларының иҫтәлекле урындарында үтә.
Был юлы ла ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Өфөнөң тарихи урамдары буйлап йүгерҙе. Спорт һөйөүселәрен ҡеүәтләп төрлө мәҙәни учреждениелары концерт программаларын тәҡдим итте. Ленин урамында мәҫәлән, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры оркестры сығыш яһаны. Ә инде ярымарафонда һәр ҡатнашыусы сара символикаһы менән брендлы футболка менән бүләкләнде.Финишҡа еткәндәргә миҙал тапшырылды