Радий Хәбиров Үзбәкстандың энергетика министры етәкселегендәге рәсмии делегация менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың энергетика министры Журабек Мирзамәхмүтов етәкселегендәге рәсмии делегация менән осрашты. Унда ике яҡ араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы төҙөү тураһында фекер алышынды.

Радий Хәбиров шулай уҡ Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһе хакимы Хәйрулло Бозаров менән дә осрашты. Сит ил төбәгендә ауыл хужалығы үҫешкән. Осрашыуҙа уртаҡ аграр проекттар булдырыу тураһында һүҙ барҙы.