Уҙған ял көндәрендә 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләре боҙолоу осрағы теркәлгән

Уҙған ял көндәрендә Республика дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләре боҙолоу осрағын теркәгән. Рейд барышында эскән килеш рулгә ултырған 136 водитель туҡтатылған.

Әбйәлил районында инспекторҙарҙан ҡасырға маташҡан 7-се модель автомобиль хужаһы йылғаға төшөп китә. Автоһәүәҫкәргә протокол төҙөлә. Водитель эскән булған.

Нефтекамалағы автоледи ла тиҙ генә рулгә ултыра алмаясаҡ. Светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтамаған ханым «Дэу- Нексия» автомобиле менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһына ҡатындың рулгә эсеп ултырыуы сәбәпсе булыуы асыҡланған. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙың күбеһе инспекторҙар менән бәхәсләшә, низағ тыуҙыра йәки тикшереү үтеүҙән баш тарта.