47 мәғариф учреждениеһы араһынан финалға тик 14 ашхана үтте. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы 3 һынау һөҙөмтәләре буйынса баһаланы. Еңеүселәр быйыл көҙ федераль кимәлдә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Иҫкәрмәләр күберәк булған һайын яҡшыраҡ. Уның нигеҙендә дөйөм балл системаһы төҙөлә. Аҙыҡ-түлек блогында конкурстың практик этабы үтһә, комиссия ағзалары алдында яуап тотоу - теория. Был этапта ашнаҡсыларҙың ата-әсәләре менән нисек аралашыуы баһалана, уларҙың меню төҙөүҙәге теләктәренең роле ҙур.
Һәм, әлбиттә, һәр конкурсант үҙ өҫтәлен дә тәҡдим итте. Улар туралған йәшелсә, һурпалы аш, ҡамыр һәм милли ризыҡтарҙан һығылып тора. Уларҙың барыһы ла балалар туҡланыуы менюһына инә.
Конкурста мәктәп ашханалары өсөн яңы ысул - оҙайлы һаҡланыу ваҡыты менән махсус пакеттарҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим ителде. Ул тик әҙер ризыҡтарҙан ғына тора. Һәр балаға айырым ҡаралған. Киләсәктә был проектты республика мәктәптәренә индереү күҙҙалана.
Ил президенты ҡушыуы буйынса 2020 йылдан башланғыс мәктәп уҡыусыларына ҡайнар аш бушлай. Конкурс балаларҙы туҡландырыуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында үткәрелә. Сара был тәңгәлдә тотош ил кимәлендә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген дә бирә. «Иң яҡшы ҡала ашханаһы» номинацияһына Нефтекама ҡалаһының 17-се «Ҡанатлан» мәктәбе, ауылдарҙан Благовар районы Языков мәктәбе, ә «Миллионлы ҡала ашхана»лары араһынан баш ҡаланың 1-се лицейы лайыҡ булды.
Азат Ғәлиуллин