Бөрөлә «Ваҡыт йылғаһы» тарихи-патриотик фестивале уҙҙы

Мушкетерҙар, славян бәһлеүәндәре һәм совет һалдаттары бер майҙанда. Был нәфис фильм сценарийы түгел. Бөрөлә «Ваҡыт йылғаһы» тип исемләнгән тарихи-патриотик фестиваль уҙҙы. Йыл һайын ойошторолған сарала төрлө дәүер яуҙары тергеҙелә. Бында хәрби техника, ҡоралдар, кәсептәр менән танышырға ла мөмкин. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Европанан ялланған яугирҙар рус уҡсыларына һөжүмгә әҙерләнә. Дары етерлек, ҡоралдар төҙөк. Ысынбарлыҡта бындай күренеш булмаһа ла, был тик фестиваль өсөн уйлап табылған тарих. Легионерҙар араһында төрлө дәүер һәм ил вәкилдәре бар. Актерҙар Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһынан килгән.

Был юлы Бөрө уҡсылары еңелде. Сценарий буйынса, ҡәлғә бирелде. Тик уҡсылар еңеүе әле алда. Рәсәй яугирҙары ролендә - «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клуб ағзалары. Урта быуат хәрби элитаһы ҡоралдары ла, кейемдәре лә тулыһынса тиерлек ысынбарлыҡҡа яраҡлаштырып тергеҙелгән.

«Ваҡыт йылғаһы» фестивалендә яу реконструкцияларын ғына түгел, боронғо ихаталарҙы ла күрергә мөмкин ине. Тарих паркында уҡсыларҙың күҙәтеү манараһы 5 йыл элек төҙөлгән. Ә башҡорт йәйләүендә күптәрҙе тирмә эсе, боронғо көнкүреш, кәсеп төрҙәре ҡыҙыҡһындырҙы. Әлбиттә, хәрби кәрәк-яраҡтар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы.

Фестиваль тарих фильмын төшөрөү майҙанын хәтерләтә. Тик бында ғына совет һалдаты мушкетер менән бер өҫтәл артында сәй эсә ала. Бөйөк Ватан һуғышы яуы реконструкцияһы иң сағыу тамашаларҙың береһенә әүерелде.

Атыш, танкылар һәм самолеттар. Бер минутҡа үҙеңде яу яланындағылай хис итәһең. Бында хатта Бөйөк Ватан һуғышы заманынан ҡалған хәрби ҡоралдар ҡулланыла.

Славян дружинаһы яуы, Ватан һәм Бөйөк Ватан һуғышы күренештәре һәм башҡалар. «Ваҡыт йылғаһы»нда төрлө дәүер шаһитына әүерелергә мөмкин. Иң мөһиме, фестивалдә ҡатнашыусылар, тарих менән яҡындан танышырға теләүселәр йылдан-йыл арта.

Рәзилә Ғиниәтуллина