«Сәләмәтлек аҙналығы». Өфөлә ағзалары күсереп ултыртылған пациенттар менән уларҙы дауалаған трансплантологтар футбол уйнаны. Республика кардиология үҙәге, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары гемодиализда булған, йөрәк, бөйөр, бауыр трансплантацияһы үткәргән пациенттар менән көс һынашты.
«Сәләмәтлек аҙналығы» акцияһы сиктәрендә футбол республика район-ҡала спорт майҙандарында ла ойоштороласаҡ. Сара ағза күсерелеп ултыртылһа ла кеше әүҙем, сәләмәт тормош менән йәшәй ала тигән маҡсат менән уҙғарыла. Төбәктә 1996 йылдан бөйөр, ә бауыр һәм йөрәкте күсереү әмәлиәттәре 2013 йылдан башҡарыла. Бөгөн төбәктә 73 кеше донор йөрәге менән йәшәй.