Радий Хәбиров Фирғәнә өлкәһе етәксеһе Хайрулло Бозаров менән осрашты

Ошо көндәрҙә Үзбәкстан делегацияһы беҙҙең республикала рәсми сәфәр менән йөрөй. Осрашыуҙа ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса фекер алышыу булды. Ауыл хужалығы йүнәлешендә уртаҡ проекттар булдырыу ҡарала. Үзбәкстандан йәшелсә, емеш-еләк индереү өсөн Башҡортостанда логистик үҙәк асырға тәҡдим ителде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Май аҙағында Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре форумы үтә. Унда Башҡортостандан рәсми делегация ҡатнаша. Был аҙнала Сибайҙа “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына Үзбәкстандан өс өлкә вәкилдәре килеүе көтөлә.