Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 126-сы гуманитар йөк барып етте

Ул илдең яңы төбәктәрендә урынлашҡан 30 хәрби берләшмә яугирҙәре өсөн тәғәйенләнә. Яҡташтарыбыҙға автомобилдәр, ағас һәм утын, мобиль мунса, бензин бысҡыстары, генераторҙар, яҡтыртҡыстар, маскировкалау һәм балыҡ аулау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм яҡындарынан посылкалар тапшырылды. Гуманитар йөктө туплауҙа 14 район һәм ҡала вәкилдәре, халыҡ ҡатнашҡан, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.