Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөн һәм иртәгә 9-сы кластар сит телдәрҙән һынау тота. Быйыл 51 мең 300-ҙән ашыу уҡыусы Төп дәүләт имтиханын тапшыра. Аттестат алыу өсөн рус теле һәм математиканан мотлаҡ һынау үтергә һәм һайлау буйынса ике фәндән яҡшы белем күрһәтергә кәрәк. 11-се кластар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа башлана. Сығарылыш уҡыусылары география, әҙәбиәт һәм химиянан һынау тота.