Үзбәкстан вәкилдәре “Алға” махсус иҡтисади зонаһы менән танышты

Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләренән рәсми делегациялар “Өфө” индустриаль паркында булды. Биләмәлә “Амкодор-Ағиҙел” заводы эшләй. Бында ауыл хужалығы ҡорамалдары сығарыла. Тиҙҙән “Амкодор-Алға” заводы асыла. Унда махсус техникаһы етештереләсәк. Үзбәкстан вәкилдәре “Фармстандарт-Өфөвита” ойошмаһында ла булды һәм витаминдар сығарыу эшен ҡараны.