Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, “Башҡортостандың атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәре” тигән исем булдырыла. Ошоға бәйле закон проекты майҙағы пленар ултырышта ҡарала. Яңы награда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт абруйын күтәреү, һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү маҡсатынан бирелә.