Өфөнөң художество галереяһында Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы Рим Юнысовтың шәхси күргәҙмәһен йөҙҙәрсә кеше ҡараған. Рәссамдың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған экспозиция ай дауамында эшләгән.
Үҙенсәлекле техника менән яҙылған картиналар бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Уларҙа республика, айырым кешеләр тарихы сағылыш тапҡан. Шәхси коллекция ижадсының тормош иптәше Сәлимә Юнысовала һаҡлана. Тап уның тырышлығы ярҙамында рәссамдың хеҙмәттәре халыҡҡа сығарыла. Сөнки, тәҡдим ителгән эштәр араһында билдәһеҙ булғандары ла күп. Артабан экспозиция Учалы ҡалаһына юллана.