Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡорт этномәҙәни клубының отчет концерты үтте. Унда 3 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар сығыш яһай. Сараны әсәйҙәр һәм балалар - клуб уҡыусылары алып барҙы.
Йыл дауамында улар йырҙар,шиғырҙар өйрәнгән. Концертта яңы 10 композиция тәҡдим ителде. Кисәлә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө лә билдәләнде, шағир-импровизаторҙың шиғырҙары яңғыраны. Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең китаптарын тәҡдим итте. Әйткәндәй, Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәтен һатып алыуҙың яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа килде. Этномҙәни клубтағы дәрестәр, саралар Башҡортостан Башлығы гранттары Фонды ярҙамында үткәрелә.