Федераль программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн быйыл республикаға 29 миллион һум бүленә. Аҡса ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә тәғәйенләнә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенә, уҙған йылда 106 ауыл хужалығы ойошмаһына ярҙам күрһәтелгән. Уларҙа 300-ҙән ашыу студент практика үткән, 160 кеше өсөн курстар уҙғарылған. Был - ил төбәктәре араһында иң яҡшы күрһәткес. Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү өсөн 4 йылда 7 миллиард 600 миллион һум бүленгән.