Өфөлә ваҡыт капсулаһын асырға әҙерләнәләр

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, сара 12 июндә Дуҫлыҡ Монументы янында була. 50 йыл элек, ҡаланың 400 йыллығын билдәләгәндә киләсәк быуынға хәбәр ҡалдырыла. Ул суйын һауыт эсенә һалына. Быйыл Өфө 450 йыллығын билдәләй.