Башҡортостанда баҫыуҙарҙың 10 мең гектарҙан ашыуын ҡырау һуҡҡан. Майҙандарҙың яртыһынан күберәге яңынан сәселәсәк. Тик аграрийҙар бирешмәй, көндәр йылытыу менән, йылдам эшкә тотондо. Республиканың 8 районында сәсеү 80 проценттан артҡан, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондарында эш аҙағына яҡынлаша. Ике аҙна тигәндә, сәсеү кампанияһы тамамланырға тейеш. Хужалыҡтарҙың береһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.
Башҡа баҫыуҙар ҡап-ҡара булып ятҡанда, ужым майҙандары йәшелләнә. Культураны үҫтереү генә түгел, уны һаҡлап алырға ла кәрәк. Шуның өсөн ауыл хужалыҡтарында баҫыуҙарҙы минералдар менән байытыу туҡтамай тиерлек. Препараттарға ҡытлыҡ юҡ. Цюрупы исемендәге совхозда был эштә заманса техника ярҙам итә. Һиптерткес ҡыҫҡа ваҡытта ҙур майҙандарҙы эшкәртеп өлгөрә.
Күрше баҫыуҙа иһә сәсеү эштәре ҡыҙыу бара. Майлы торма сәсеүе инде тамамланыу алдында. Ә бер аҙна элек сәселгән гәрсис шытып та сыҡҡан. Ғөмүмән, Цюрупы исемендәге совхозда башлыса ужым шипкәне, рапс кеүек техник културалар сәселә. Баҫыуҙар Өфө аэропортына яҡын урынлашыу сәбәпле, сикләүҙәр бар. Был самолеттар осоуына ҡоштар ҡамасауламыһын өсөн ойошторолған.
Көндәр яҡшы торғанда эшләп ҡалырға республиканың һәр бер хужалығы тырыша. Былтыр йылы көндәргә алданып иртә сәсеүгә сыҡҡан хужалыҡтар зыян күрҙе. Ошолай Цюрупы исемендәге ойошма былтыр гәрсистең 30-40 процент уңышын юғалтҡан. Тик тәбиғәткә үпкәләп ултыраһы түгел, ти баҫыу эшселәре.
Тик быйыл хужалыҡ бай уңышҡа өмөт итә. Был баҫыуҙарҙы махсус технология эшкәртеүгә лә бәйле. Белоруссия менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы лущильник һатып алған. Заманса техника дискылары тупраҡты тәрән итеп ҡаҙып түгел, ә ҡырып сыға. Һөҙөмтәлә дым да һаҡлана, ер ҙә тигеҙләнә, ҡый үләндәре лә утала.
Бер үк ваҡытта хужалыҡта экспортҡа продукция әҙерләнә. Ошо көндәрҙә генә сит илдәргә 6 фура гәрсис орлоғо оҙатыласаҡ. Шулай ҙа төп иғтибар әле сәсеү эштәрендә. Сөнки йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра.
Рәзилә Ғиниәтуллина