Уға ярашлы ауылдарҙа йәшәүселәр һаулығын тикшертә ала. Урындағы халыҡты төрлө йүнәлештәге тәжрибәле табиптар бушлай ҡабул итеп, диагностика үткәрә Медицина белгестәрен берләштергән күсмә бригадалар Әлшәй районында ла эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Аксенов ауылында йәшәүсе Рәмзиә Мәхийәнова өс йыл элек «Сәләмәтлек поезы»ндә тәүге тапҡыр тикшереү үтеп ҡан баҫымы менән бәйле ҡатмарлыҡтарҙы дауалаған. Быйыл да ауылға тәгәрмәсле медицина килгәнен белеп ханым табиптарға тәүгеләрҙән булып килгән. Былтыр тикшеренеүҙәр уға ауылынан алыҫ бармай һаулығын нығытырға ярҙам иткән.
Табиптар бригадаһы составына кардиолог, гинеколог, невролог, онколог, офтальмолог һәм башҡа йүнәлештәге белгестәр инә. Медицина хеҙмәттәрен бушлай, сират тәртибендә үтергә мөмкин. Ауыр сирлеләргә табиптар артабан медицина тикшеренеүе үтеү һәм дауаланыу өсөн юллама бирә.
Күсмә медицина хеҙмәте алдан билдәләнгән график буйынса эшләй. Уның менән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Былтыр Башҡортостанда 150 меңдән ашыу кеше “Сәләмәтлек поезы”нда һаулығын тикшерткән. Халыҡта юғары ҡан баҫымы, шәкәр, йөрәк менән бәйле сирҙәр йышыраҡ осрай. Бынан тыш дүрт мең кешелә яман шеш ауырыуы асыҡланған. Сәләмәтлек акцияһы ауыр сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлап, урындағы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге бирә.
Флорида Ким