Өфөлә «Үҙенсәлекле балалар донъяһы» хәйриә фотопроекты уҙғарылды

Унда үҙенсәлекле балалар үҫтергән 10 ғаилә һайлап алынды. Студияла бушлай фотосессиянан тыш, бүләктәр ҙә тапшырҙы. Проекттың маҡсаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү, уларҙың проблемаларына иғтибар йүнәлтеү.

Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙе яҡлағым, изгелек эшләгем килә ине. Бындай балаларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләр күп көс һәм ваҡыт сарыф итә. Хәйриә проектына бағыусыларҙы ла йәлеп иттем.

Ғәлиә Зотова, фоторәссам, «Үҙенсәлекле балалар донъяһы» фотопроектын ойоштороусы

Минең шул тиклем фотосессияла ҡатнашҡым килә, әммә мөмкинселегем юҡ ине. Бушлай макияж яһанылар, иҫтәлеккә фотоға төштөк, беҙгә бүләк бирҙеләр. Беҙҙе шатландырғандары өсөн ҙур рәхмәт.

Ксения Уржумцева, «Үҙенсәлекле балалар донъяһы» фотопроектында ҡатнашыусы

Беҙгә хәйриә фотпроектының бағыусыһы булырға тәҡдим иттеләр. Балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ихлас күңелдән бүләк тапшырҙыҡ.

Барыш Жан һәм Вита Абраменко, «Үҙенсәлекле балалар донъяһы»фотопроекты бағыусылары

Был бик мөһим проект, бындай ғаиләләр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Барыш Жан һәм Вита Абраменко, «Үҙенсәлекле балалар донъяһы»фотопроекты бағыусылары