Чемпиондар менән бергә. Баймаҡта Йүгереү марафоны үтте. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған ярышта күрше район-ҡалаларҙан да спортсылар ҡатнашты.
Еңел атлетиканы үҙ итеүсе йәше лә, ҡарты ла шәмбе иртәһендә “Баймаҡ” стелаһы янына йыйылды. Ярыш алдынан яҡташыбыҙ. бик күп марафондар чемпионы Алһыу Байегетова барыһына ла уңыштар теләп, бәйгеселәр менән бергә күнекмә эшләне.
Марафонда 70-тән ашыу кеше йүгерергә теләк белдерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар 6, ә ир-егеттәр 12 саҡрым арауыҡта уҙышты. Йыл һайын ҙур әүҙемлек күрһәткән Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжынан быйыл ярышҡа 4 студент килде.
Көйәрмәндәрҙең күп булыуы спортсыларға көс-дәрт өҫтәне. Бикеш ауылынан Ләйсән Ишмырҙина бындай марафондарҙа 6 йәшенән йүгерә, был юлы ла ул үҙ йәш категорияһында беренсе урын яуланы.
Тәбиғәт ҡосағында уҙған ярыш һәр кемдең күңеленә хуш иклде, ошонда уҡ Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары ла сығыш яһаны. Ярыш еңеүселәре йәш категориялары буйынса билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Раушания Рәхимова