Башҡортостан водолаздары йәйге миҙгелгә әҙерләнә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 ҡотҡарыусы әле Өфө районында шөғөлләнә. Күнекмәләр май аҙағына тиклем бара. Улар республика йылға-күлдәрендә  эшләйәсәк. Башҡортостанда тиҙҙән һыу  инеү миҙгеле башлана.  Халыҡҡа  рөхсәт булған урындарҙа  ғына ял итергә  кәңәш ителә.  Бындай  пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежур итә.