Быйыл Башҡортостанда агросәнәғәт программаһын үҫтереүгә 8 миллиард 100 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Был сумманың яҡынса 40 проценты - федераль бюджет сығымдары. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан үҙен продукция менән тәьмин итә. Беҙҙең республика ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса алдынғылар рәтендә. Һыйыр ите етештереү буйынса илдә икенсе урында, һөт етештереүҙә өсөнсө. Уҙған йылда иген уңышы яҡшы булған, техника яңыртыла, инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла.