Был хаҡта Радий Хәбиров Бохара өлкәһе хакимы Ботир Зарипов менән һөйләште. Бохара- Үҙәк Азияның иң боронғо ҡалаларының береһе. Туғыҙынсы быуаттан башлап тарихи дәүерҙәрҙең уникаль архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалған архитектура һәм тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ. Урта быуаттарҙа Урта һәм Яҡын Көнсығыштың мәҙәниәте, фәне һәм мосолман теологияһы үҙәге булған.