Гуманитар ылау туплауҙа йәше лә, ҡарты ла әүҙем ҡатнаша. «Малаяҙ үҙебеҙҙекеләр өсөн» ирекмәндәр төркөмө эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡул эштәренә күңел йылыһы һалына. Малаяҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары берләшеп, көн дә тиерлек махсус хәрби операция биләмәһенә маскировка селтәрҙәре үрә. Миҙгелгә яраҡлаштырып эшләнгән япма ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереүҙә ҡулланыла. Күптәр тынғыһыҙ ирекмәнлек эшенә алғы һыҙыҡтағы яҡындарына ярҙам итәм тип килгән.
Салауат районындағы «Малаяҙ үҙебеҙҙекеләр өсөн» ирекмәндәр төркөмө былтыр ғинуар айында ойошторолған. Бер йыл эсендә генә алғы һыҙыҡҡа ике йөҙҙән ашыу маскировка селтәре оҙатылған. Махсус япма әҙерләү булһынмы, гуманитар ылау туплаумы - һәр кем тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтырға тырыша.
Ирекмәндәр төркөмө урындағы инвалидтар ойошмаһы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Берҙәм көс менән ҡоро душ, окоп шәмдәре лә эшләнә. Хәрбиҙәргә изге теләктәр менән хаттар яҙыла.
Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына ярҙам итергә теләүселәр көндән-көн артыуы күҙәтелә. «Малаяҙ үҙебеҙҙекеләр өсөн» ирекмәндәр төркөмөнөң эшен райондың башҡа ауылдарында ла күтәреп алғандар. Барлыҡ биләмәләрҙә лә тиерлек маскировка селтәрҙәрен үреү ойошторолған.
Гөлназ Хәйбуллина