Республикала йәштәр сәйәсәте менән бәйле проекттарға быйыл 40 млн һум аҡса бүленә

Өфөлә Йәшлек-хаус биәмәһендә Башҡортостан башлығы гранттары фонды активистары йәштәрҙе грант юллау ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Белгестәр ғаризаларҙы тултырыу, отошло проект эстәлеге, бюджетты дөрөҫ планлаштырыу миҫалдарын килтерҙе. Төбәктәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың социаль проекттары 30 миллион һумға тиклем грант ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты 12 айҙан артмаҫҡа тейеш.