Өфөлә геронтолог һәм гериатрҙарҙың төбәк-ара конгрессы башланды

Күләмле сара Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөтә Рәсәй мәғариф проекты сиктәрендә ойошторолған. Тәүмаҡсат - өлкән йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеү һәм көтөлгән ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса төбәк программаларын тормошҡа ашырыу. Спикерҙар булараҡ Рәсәй геронтология ғилми-клиник үҙәге белгестәре сығыш яһай. Программаға ярашлы, ғилми-ғәмәли симпозиумдар һәм гериатрия һорауҙары буйынса клиник практикум уҙғарыу ҡаралған. Ололарҙың йығылыу һәм йәрәхәтләнеү осраҡтарын иҫкәртеү буйынса мәсьәләләр ҙә күтәрелә. Күләмле мәғариф сараһында Башҡортостандан 170 медицина хеҙмәткәре ҡатнашыуы ла билдәле.