Өфөлә йәшәүсе 10 йәшлек Байрас Мараҡановҡа ярҙам кәрәк

Өс йыл элек Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тәне бешкән малайға тағы ла операция талап ителә. Ҡатмарлы операцияны Санкт- Петербург табиптары эшләйәсәк. 6 миллион һумға яҡын сумманы йәш ғаилә үҙе таба алмай.

Әле саҡ йәшәй башлаған баланың ғүмере 2021 йылдың 17 авгусына тиклемге һәм унан һуңғыға бүленгән. 1 класҡа барыр алдынан йәйге каникулын Байрас Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында олатай-өләсәһендә үткәргән. Әсәһе Раушаниә Хәйҙәршина әйтеүенсә, ул көндө Аҡъяр ауылындағы гаражда сыҡҡан янғынды һүндергәндән һуң ҡотҡарыусылар иретеп -йәбештереү балонын урамда ҡалдырған. Балон шартлап уның эргәһенән үтеп барған Байрас менән дуҫына эләгә. Байрастың тәне 50 процент, дуҫыныҡы 90 процентҡа бешә. Дуҫының ғүмере өҙөлә. Байрастың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн тәүҙә район, һуңынан баш ҡалалағы 18 -се дауаханаһының Республика тән бешеү үҙәге табиптары көрәшә.

Байрас алты операция кисерә, ике аҙна яһалма тын алыу аппараты ярҙамында йәшәй, ике тапҡыр уға донор ҡанын ҡоялар. Бер ай тигәндә аяғына баҫа. Әммә фажиғәле көн тураһында ул бер нисек тә онота алмай. Организм үҫә, әммә йөйҙәр тартыша.

Тән яралары бер, сабыйҙың йәнен яралаусылар табыла. Тиҫтерҙәре унан ситләшә, хатта өлкәндәр ҙә уның ҡиәфәтенә ҡағылышлы яман һүҙҙәр әйтә.

Йәшәү өсөн көрәшеп ул беренсе класҡа бара аламай ҡалған. Әле Байрас икенсене тамамлай. Тырышып уҡый, математика һәм физкультура дәрестәрен ярата. Футболсы булырға хыяллана.

Байрастың әсәһе ярҙам һорап республика фондтарына һәм башҡа инстанцияларға мөрәжәғәт итә, әммә уның үтенесе кире ҡағыла. Әсәһе улын өсөнсө класҡа битендәге йөйҙәрен бөтөрөп матурлап операция яһатып алып барғыһы килә. Санкт- Петербург хирургтары малайҙы операцияға алырға вәғәҙәләгән. Уны хаҡы 5 миллион 759 мең һум менән баһаланған. Илдең төнъяҡ баш ҡалаһындағы Алеша хәйриә фонды аҡса йыя башлаған. Сөнки тағы ике бала үҫтергән ғаилә операцияға кәрәкле сумманы үҙ аллы таба алмай. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән Себерҙә эшләп алаған аҡса ипотека һәм кредитҡа китеп тора. Байрастың тулы ҡанлы тормош менән йәшәгеһе, урамда туйғансы йөрөгөһө килә. Әле ул урамға оҙаҡҡа сыға алмай. Ҡояштан да, һыуыҡтан да уның тәне ҡысына башлай. Сабыйҙың яҙмышына битараф булмаусылар: aleshafond.ru/children/bairas-marakanov һылтанмаһы аша инеп аҡса күсерә ала.

Рәмилә Исмәғилева