Баш ҡаланың 450-йыллыҡ юбилейына бағышланған проект сиктәрендә фотоһүрәттәр һәм мәҡәләләр билдәләнде. Бер нисә ай дауамында үҫмерҙәр Өфөнөң иҫтәлекле урындарын өйрәнеп үҙенең ижадында сағылдырҙы. 400 мең һум грант аҡсаһына тормошҡа ашырылған проект үҫмерҙәрҙе ижади фекерләргә, фото һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләргә өйрәтеү өсөн ойошторолдо.